«Был бик яҡшы идара итеү ҡарары»

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министр урынбаҫары Александр Чуприян ЦУР-ҙың мөмкинлектәрен ыңғай баһаланы.

«Был бик яҡшы идара итеү ҡарары»«Был бик яҡшы идара итеү ҡарары»
«Был бик яҡшы идара итеү ҡарары»

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министр урынбаҫары Александр Чуприян Радий Хәбиров менән Республика менән идара итеү үҙәген ҡарап сыҡты. Башлыҡтың социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская ЦУР-ҙың техник мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Үҙәктең аналитиктары 64 мәғлүмәт системаһында эшләй, уларҙың бер нисәүһе яңырыу өҫтөндә. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ЦУР халыҡтың мөрәжәғәттәрен ҡабул итеү өсөн мөһим, уның төп бурысы – кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу.

– Һәр аҙым артында ниндәйҙер яуаплылыҡ ята. Халыҡтың һәр мөрәжәғәтенә яуап биреүегеҙ, мәсьәләләрҙе хәл итеүегеҙ яҡшы. Барыһы ла дөрөҫ, – тине Александр Чуприян.

Артабан ултырышта федераль министрлыҡтың урындағы власть органдары менән хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре ҡаралды. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов федераль етәксегә ЦУР -ҙа ашығыс мәсьәләләр нисек хәл ителеүен һөйләне. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғын миҙгеленә әҙерлек тураһында һөйләне. ЦУР-ҙа янғынға бәйле хәл-торошто күҙәтеү мөмкинлеге булыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, республикала янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙы бушлай таратыу программаһы булдырылған.

– Был бик яҡшы идара итеү ҡарары. ЦУР фажиғәләрҙе кәметеү, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу мөмкинлектәрен асыҡ күрһәтә. Ул – ҙур ярҙамсы, – тине Фәрит Ғүмәров.

Федераль министрлыҡ вәкиле шулай уҡ Башҡортостанға яңыраҡ алынған вертолетты һынап ҡараны. Ка-32А11ВС осҡосо урман янғындары, йылғалар ташыуы менән көрәшеү өсөн ҡулланыласаҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас