

Ямғыр-һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, Әбйәлил районының Тирмән ауылы янындағы аҡлан умарта күселәй гөжләп торҙо. Бында Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан һәүәҫкәр музыканттар "иң оҫта гармунсы" исеменә көрәшеү өсөн йыйылды. Жюри ағзалары еңеүселәрҙе ғәҙел билдәләү өсөн бәйгеселәрҙе күрмәйенсә, тыңлап ҡына баһаланы. Һәр сығыш урындағы үҙешмәкәр коллективтарҙың дәртле йыр-бейеүе менән үрелеп барҙы. Әбйәлилдәр ҡунаҡтарҙы таҡмаҡтар менән ҡеүәтләп, ысын мәғәнәһендә халыҡсан моң байрамы ойошторҙо.
Беренсе урынға Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Кәрим Сәфәрғәлин лайыҡ булды. Артабанғы урындарҙы Баймаҡ һәм Әбйәлил гармунсылары бүлеште.