Балтырғандан ыумас бешергәнегеҙ бармы?

 Балтырғандың һабағында һәм япраҡтарында С витамины лимондағынан  бер нисә тапҡырға күберәк. Ул каротин, тимер, никель, баҡыр, марганец, титан, бор һымаҡ һирәк осрай торған микроэлементтарға бай. Былар — организм өсөн ифрат кәрәкле матдәләр.

Балтырғандан ыумас бешергәнегеҙ бармы?Балтырғандан ыумас бешергәнегеҙ бармы?
Балтырғандан ыумас бешергәнегеҙ бармы?

 

  Кешене тынысландыра торған үҙенсәлеге лә бар. Шулай уҡ ул үт ҡыуыу, ҡан туҡтатыу сараһы ла булып тора.   Үҫемлектең һутын  эренле яраларҙы, астманы  дауалау өсөн ҡулланалар, тамырын – бауыр һәм һары  ауырыуынан.

Ғалимдар фекеренсә, балтырған ир-егеттәрҙең енси гормондарын көсәйтеүгә булышлыҡ итә.  Ҡатмаҫ элек уның һабағын сей килеш тә ашарға ярай. Шулай уҡ япрағынан һәм һабағынан төрлө файҙалы аш-һыу әҙерләргә мөмкин.

Балтырғандан ыумас

Балтырған ашы беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙҙең яратҡан ашы булған. Уны һәр кем үҙенсә әҙерләгән. Ашты әле ҡатып өлгөрмәгән үҫемлектән бешереү яҡшыраҡ. Япраҡтарын, һабаҡтарын таҙартып, ваҡлап турағандан һуң һыуға һалып ҡайнатырға ҡуяһың. Ҡайнап сыҡҡас, ҡуйылығына ҡарап, ыумас өҫтәргә. Аш әҙер булыр алдынан ғына бер сей йомортҡаны  һалып болғатырға мөмкин.

Аш

Балтырғандан аш бешереү өсөн картуф, тәмләткестәр,  балтырған япрағы кәрәк.  Картуфты таҙартып, ваҡлап турап һыуҙа бешерергә. Балтырғандың  япрағын ныҡлап йыуғандан һуң  ваҡлап турап, картуф ҡайнаған һыуға һалырғаһәм тағы  10 минут ҡайнатырға. Иң һуңынан тәмләткестәрҙе өҫтәргә. Әҙер ашҡа, өҫтәлгә бирер алдынан ҡаймаҡ ҡушырға онотмағыҙ.

 

Бәлеш

Йәш балтырған япраҡтарын  тоҙло һыуҙа 5 минут ҡайнатырға, ҡыҙҙырылған һуған, бешкән дөгө һәм ваҡ ҡына итеп туралған йомортҡа ҡушып бутарға, тәменә ҡарап тоҙ, борос, иретелгән май өҫтәргә.

 500 г балтырған япрағына  250 г йәшел һуған, 100 г дөгө, 2 йомортҡа, 30 г май кәрәк буласаҡ.

Әҙер эслекте ҡамырға төрөп, ҡыҙҙырылған мейескә ҡуйырға ғына ҡала.

Кәтлит

Йәш балтырған япраҡтарын ваҡлап турап, һөт менән майҙа йомшарғансы быҡтырырға. Артабан шунда манный ярмаһы ҡушып, болғатып тороп 10 – 15 минут быҡтырырға, йомортҡа өҫтәргә. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы тәменә ҡарап тоҙлап һыуытырға һәм кәтлиттәр яһап, сохариҙа әүәләп алып майлы табала ҡыҙҙырырға.

240 г балтырғанға 30 г һөт, 15 г май, 20 г манный ярмаһы, 20 г иретелгән май, 1 йомортҡа алына.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас