

Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында үткән турнир финалдың 1/16 этабынан башланды. Барлығы 200 башҡорт атында сабышасаҡтар. Быйыл приз фонды ярайһы артты - ул 10 миллион һум тәшкил итә.
Балаларға ла күңел асыу саралары ойошторолдо.
«Терра Башкирия» ат спорты турниры беҙҙә 2019 йылдан уҙғарыла. Маҡсаты шул - бәйге аттарын үрсетеү һәм күрһәтеү, ат спортын үҫтереү, тоҡомло ат аҫрауға иғтибар йүнәлтеү.
Алға, бәйгеселәр!
Фото: vk.com/oktyabrsky_district