Аҡтамырҙың шифаһы теймәгән ауырыу юҡтыр

Был сүп үләне үҫмәгән баҡса юҡтыр. Шулай уҡ уның шифаһы теймәгән ауырыуҙы ла табыуы ҡыйын. Ҡырағай хайуандар, эттәр, бесәйҙәр ҙә уның менән дауалана.  Дауа итеп ҡулланыу өсөн уның тамырҙарын иртә яҙҙан йә көҙгөһөн әҙерләйҙәр.

Аҡтамырҙың шифаһы теймәгән ауырыу юҡтырАҡтамырҙың шифаһы теймәгән ауырыу юҡтыр
Аҡтамырҙың шифаһы теймәгән ауырыу юҡтыр

 

Халыҡ медицинаһында һалҡын тейеүҙе, бронхитты, үпкә  ялҡынһыныуын, бауыр сирҙәрен дауалау өсөн уңышлы файҙаланалар. Күреү һәләте насарайғанда  тотош үҫемлектең төнәтмәһен ҡулланалар, ә һары ауырыуынан тамырын һыуҙа ҡайнатып эсәләр. Бигерәк тә матдәләр алмашыныуы боҙолғанда уны яйға һалырға ярҙам итеүе менән ҡиммәтле ул.

Ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын бик яҡшы сәләмәтләндерә. Тамырының төнәтмәһен водянканан, төрлө шешенеүҙәрҙән, цистит, бәүел тотмау, бөйөрҙә һәм үт ҡыуығында таш булғанда, үпкә, бөйөр  сирҙәренән, хроник бронхиттан, эсәк ауырыуҙарын дауалауҙа, шәкәр диабетынан, гипертониянан  ҡулланалар.

Аҡтамыр организмды радиациянан таҙартырға һәләтле. Сөнки уның составында, ҡытай йәшел сәйендәге кеүек, бик файҙалы матдәләр – таниндар бар.

Хәҙерге заман кешеһендә иң таралған ауырыуҙарҙың береһе – остеохондроз. Был сирҙән тулыһынса ҡотолоп булмай, әлбиттә, әммә бер аҙ тотҡарларға мөмкин. Бында ла ошо сүп  үләненең ярҙамы тейер. Ул организмдан тоҙҙарҙы ҡыуырға булышлыҡ итә. Шуға күрә лә артрит, радикулит, ревматизм, подагра кеүек ауырыуҙарҙы дауалауҙа киң ҡулланыла.  

   Тамыры ҡатын-ҡыҙҙарҙың аналыҡ биҙҙәрен, диатезды, фурункулды дауалай.

Төнәтмәһе

Бер ҡалаҡ ваҡланған тамырына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 5 – 10 минут ҡайнатырға һәм һыуынғас, һөҙөп алырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр стакан эсергә. Ҡарағат япрағы ҡушып тәмләтергә лә мөмкин.

Геморройҙан, йыуан эсәктең хроник ялҡынһыныуынан, бәүел ҡыуығының һәм бәүел юлдарының ялҡынһыныуынан аҡтамыр төнәтмәһенән төнгөлөккә клизма (30 – 60 мл)  эшләргә тәҡдим итәләр.

Һуты

Һабағын тамыры менән бергә һыуҙа яҡшылап йыуып, эҫе һыу менән бешекләп алырға һәм ит үткәргес аша үткәрергә. 1:1 нисбәтендә һыу  ҡушып бутап,  ҡалын туҡыма аша һөҙөп алырға һәм өс минут ҡайнатырға. Әҙер булғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда бер-ике ҡалаҡ эсергә. Был һутты һыуытҡыста ике көндән артыҡ һаҡларға ярамай.

Ванна

100-әр грамм аҡтамыр менән дегәнәк тамырын эмалле кәстрүлгә йә биҙрәгә һалып, 5 л ҡайнар һыу ҡойорға һәм 10 минут ҡайнатырға. Уны һыу тултырылған ваннаға ҡойорға. Бындай ваннаны төрлө тире ауырыуынан аҙнаһына бер тапҡыр инергә кәңәш ителә. Әммә 30 минуттан артыҡ ярамай.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас