Яңы ҡорамалға урын әҙерләнә

Республикала тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, диагностика өсөн дауахана, поликлиника, ФАП-тарға заманса ҡорамалдар алына.

Яңы ҡорамалға урын әҙерләнәЯңы ҡорамалға урын әҙерләнә
Яңы ҡорамалға урын әҙерләнә
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау" йүнәлеше буйынса Федоровка районы үҙәк дауаханаһына "РЕНЕКС – Ф5000" флюорография аппараты алынды. Ул Беларусь республикаһында эшләнгән. Хаҡы - ете миллион һумдан ашыу.
Был медицина ҡорамалы күкрәк ситлегенең рентген сағылышын күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән, туберкулезды, онкология һәм башҡа үпкә сирҙәрен иртә асыҡлауға булышлыҡ итә. 
Яңы аппарат менән эшләрлек квалификациялы табиптар бар. Әле ҡорамалды урынлаштырыу өсөн бүлмәгә ремонт яһала.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
 
Яңы ҡорамалға урын әҙерләнә
Яңы ҡорамалға урын әҙерләнә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас