

Бөгөн Рәсәйҙә Ил сиге һаҡсылары көнө билдәләнә. Өфө районының Йоматау ауылынан Наил Хәйретдинов өсөн был байрам буш һүҙ түгел. Ағай үҙенең хәрби хеҙмәтенә иҫтәлек итеп, йорто алдына ысын сик бағанаһы ултыртҡан.
Наил ағай был байрамды айырыуса тулҡынланыу менән ҡаршылай. Бөгөн уның ҡапҡаһында «Сик биктә» тигән яҙыу менән байраҡ елберләй. Наил Шамил улы уны йыл һайын Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан сығарып ҡуя икән.
– Был минең хыялым ине. Бөтә ғүмерем буйы уйландым: йорт төҙөйөм, уның алдына бағана ултыртам. Биш йыл элек хыялымды тормошҡа ашырҙым, – ти Наил ағай.
Үҙенсәлекле бағана ауыл халҡының ғына түгел, ҡунаҡҡа килгәндәрҙең дә иғтибарынан ситтә түгел. Күптәр рөхсәт һорап, иҫтәлеккә фотоға төшә икән.
Наил Хәйретдинов Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылынан. 18 йәшендә әрмегә алына. Көнсығыш Ҡаҙағстан һәм Ҡытай сиктәрендә хәрби бурысын үтәй. Наил Шамил улы әрмелә үҙен лайыҡлы күрһәтә, сик буйында тәртип боҙоусыларҙы йыш ҡулға алырға тура килә ине, тип хәтерләй ул.
Хеҙмәттән ҡайтҡас, тракторсы, бульдозерсы булып эшләй. Яҙмыш елдәре уны Себер тарафтарына ташлай, ғаилә ҡороп, 30 йылға яҡын Когалым ҡалаһында йәшәй. Ҡатыны Лилиә Ғәлимйән ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн Наил ағай хаҡлы ялда, ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙамлаша.
– Мин ауылда тыуып-үҫеп,шунда эшләнем, һуңынан бөтә Советтар союзын гиҙеп сыҡтым. Ғүмеремдең күп өлөшө юлдарҙа үтте. Бына ул – минең Ватаным. Мин әле лә үҙемде сик буйы һаҡсыһы тип хис итәм, үҙемдең йәшел погондарымды ғүмерҙә лә сисмәйәсәкмен. Минең ҙур хыялым бар: үҙем хеҙмәт иткән урындарҙы, заставаны барып күреү. Әлбиттә, застава күптән юҡ инде, шулай ҙа күрге килә...