

Ахырҙа бабай әбейен саҡырған. Уныһы нишләһен, бер бабайының ҡулын тотҡан булған, бер – көршәкте. Ярҙамға күршеләрен саҡырғандар, ти.
Йәшерәге, күҙҙәрен хәйләкәр йылмайтып, былай тигән:
– Мин һиңә ярҙам итермен, бабай, тик әйткәнемде тыңла.
– Тыңлармын, тыңлармын, – тигән бабай ҙа.
– Улайһа, көршәк эсендәге усыңды яҙып, сәтләүектәрҙе төшөр, – тигән күрше егет. Бабай теләкһеҙ генә ҡушҡанды үтәгән. Һәм ҡулын тартып сығарған.
– Ә сәтләүектәрҙе ала алманым бит... – тип һуҡранған бабай.
Күршеһе көршәкте эйелтеп, бик күп сәтләүекте шунда торған тәрилкәгә ҡойған.
– Тылсымсы икәнһең, – тигән бабай.
Шулай, һәр нәмәнән сығыу юлы була. Хатта бик ябай юл. Бер аҙ ғына уйлағыҙ. Тик нәфсене тыйыу шарт.
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.