

ЛДПР партияһы съезында Леонид Слуцкий кандидатураһын хуплап 86 делегат тауыш биргән, берәү генә ҡаршы булған. Һайлау йәшерен тауыш биреү тәртибендә уҙа.
Леонид Эдуардовичҡа 54 йәш. Ул Мәскәүҙә тыуған. 2000 йылдан алып РФ Дәүләт Думаһына депутат итеп һайланған, тимәк, тәжрибәле сәйәсмән һәм парламентарий.
Бер ваҡыт уны сексуаль бәйләнеүҙәрҙә лә ғәйепләп маташтылар. Ысын хәл булһа, депутат булып та һайланмаҫ ине.
Уға эшендә уңыштар теләргә ҡала.