Республикала быйылғы тәүге Һабантуй үтте

Бөгөн Йылайыр районы Башҡортостанда һабантуйҙар миҙгелен башлап ебәрҙе.

Республикала быйылғы тәүге Һабантуй үттеРеспубликала быйылғы тәүге Һабантуй үтте
Республикала быйылғы тәүге Һабантуй үтте

Райондың Бәләкәй Юлдыбай ауылынан алыҫ булмаған Ситәнбар туғайында шаулап-гөрләп Һабантуй уҙҙы.

Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов социаль селтәрҙә яҙыуынса, улар яҙғы сәсеүҙе тамамлаған. Былтыр районда ҡоролоҡ булһа, быйыл ямғыр күп яуған, ауыл халҡы, баҫыу эшсәндәре йылдың уңышлы килеүенә өмөтләнә.

"Район аграрийҙары яҙғы сәсеү эштәрен тамамланы. Ысын күңелдән барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, именлек, тыуған районыбыҙ үҫеше хаҡына бөтмәҫ-төкәлмәҫ көс-ҡеүәт һәм уңыштар теләйем!" - тигән башлыҡ. Йылайырҙарға беҙ ҙә уңыштар һәм именлек теләйбеҙ!

Һабантуй – халҡыбыҙҙың матур һәм бай йөкмәткеле байрамы. Унда барыһы ла була – милли көрәш, бәйге, баҡанға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, милли аш-һыу, тирмәләр, хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү, концерт.

Республика райондарында Һабантуй байрамын үткәреү ваҡыты ошонда: Правовой акт (bashkortostan.ru)
Фото: vk.com (Борис Мелкоедовтың сәхифәһенән).

Республикала быйылғы тәүге Һабантуй үтте
Республикала быйылғы тәүге Һабантуй үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас