ПРЕМЬЕРА ҠОТЛО БУЛҺЫН!

Хужа Насретдин Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуарына килеп инде.

ПРЕМЬЕРА ҠОТЛО БУЛҺЫН!ПРЕМЬЕРА ҠОТЛО БУЛҺЫН!
ПРЕМЬЕРА ҠОТЛО БУЛҺЫН!

Бер ваҡыт Хужа Насретдин баҙарҙан тоҡлап йәшелсә һатып алған, уны елкәһенә һалып, ишәгенә ултырған да ҡайтырға юлланған.

Юлда осраған кешеләр:

– Эй, Хужа, ниңә тоғоңдо ишәк өҫтөнә һалмай, елкәңә һалдың? – тип һорағандар.

– Нишләп улай итәйем инде. Бахыр ишәк мине лә, йәшелсә һалынған тоҡто ла күтәрһенме? Үҙемдең елкәгә һалғас, уға еңелерәк була, – тип яуап биргән Хужа.

...Тапҡыр яуаптары менән кешене аптыратыр, көслөләр янында көсһөҙҙө яҡлашыр Хужа Насретдин быға тиклем беҙгә ошондай ҡыҙыҡлы көләмәстәр аша ғына таныш булһа, хәҙер инде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуарына килеп инде. Уны хәҙер теләгән ваҡытта барып ҡарарға, уның шуҡлыҡтарынан рәхәтләнеп көлөргә, хатта фәһем алырға, күп нәмәгә өйрәнергә лә мөмкин. Беҙ тикшерҙек, әй, премьераһына барҙыҡ. Хужа тоғро дуҫы Ишәкте лә үҙе менән алған. Спектакль оҡшаны! Театр коллективын яңы премьера менән!

 

ПРЕМЬЕРА ҠОТЛО БУЛҺЫН!
ПРЕМЬЕРА ҠОТЛО БУЛҺЫН!
Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас