

Мәктәптәрҙә "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы шаулап-гөрләп үтте, сығарылыш синыф уҡыусылары имтихандар бирергә, оло тормош юлына сығырға әҙерләнә. Бәхетле ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе күреп, ҡайһы бер ата-әсә күҙ йәшен өнһөҙ йота - хәбәрһеҙ юғалған балаҡайын уйлап, алйыр сиккә етә... Сите ҡаймаланған аҡ ҡағыҙ биттәрендә - юғалған балаларҙың фотоһүрәттәре. Һөйөклө ата-әсәһенең йылы ҡосағынан айырылып, уларҙың һөйөүенән мәхрүм ҡалған юғалған балалар йылдар үтә килә, бәлки өлкәнәйәлер ҙә, тик беҙ уларҙың ҡиәфәтен, йөҙ-һыны нисек үҙгәргәнен әйтә алмайбыҙ. Ә шулай ҙа уларҙы эҙләүҙән туҡтамайбыҙ, тере булыуҙарына өмөттө өҙмәйбеҙ.
Йыл һайын илебеҙҙә ҡырҡ меңдән ашыу бала юғала. Ата-әсәләр, бер нимәгә ҡарамаҫтан, юғалған балаларын эҙләүҙән, уларҙың әйләнеп ҡайтыуын көтөүҙән туҡтамай.
Роликты ҡарағыҙ, дуҫтарығыҙға күрһәтегеҙ, бәлки өйөнә юлын таба алмаған бала ошо мәлдә тап һеҙҙең яндалыр...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.