Башҡортостандың Фәндәр академияһы асылыуға 30 йыл!

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов академия коллективын юбилей менән ҡотланы.

Башҡортостандың Фәндәр академияһы асылыуға 30 йыл!Башҡортостандың Фәндәр академияһы асылыуға 30 йыл!
Башҡортостандың Фәндәр академияһы асылыуға 30 йыл!

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов БР Фәндәр академияһының дөйөм ултырышында сығыш яһаны һәм хеҙмәткәрҙәрҙе юбилей менән ҡотланы. 

– 30 йыл эшләү дәүерендә Фәндәр академияһы Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерҙе һәм республика етәкселегенең сәйәси эшмәкәрлегенең дөрөҫлөгөн раҫланы. Бөгөн Фәндәр академияһы төбәктең фәнни-технологик үҫешен тәьмин итә, республиканың башҡа фәнни учреждениелары һәм университеттары менән һөҙөмтәле эшләй. 

Йыйылыш һуңында Азат Шамил улы ғалимдарҙы ҡотлап, БР Фәндәр академияһының премияларын тапшырҙы. Ковид сикләүҙәренә бәйле 2020 йылғы лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы кисектерелгән булған, улар быйыл үҙ наградаһын алды. Премьер-министр академия менән хеҙмәттәшлекте дауам итеүҙең мөһимлеген билдәләне.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас