Башҡортостан халҡын «Ағиҙел – 2022» һал ағыҙыу фестиваленә саҡыралар!

«Өфөлә йылға транспортын һәм туризмды үҫтереү» проектын старт биреү тантанаһына арналған сара 28 майҙа баш ҡалала үтәсәк.

Башҡортостан халҡын «Ағиҙел – 2022» һал ағыҙыу фестиваленә саҡыралар!Башҡортостан халҡын «Ағиҙел – 2022» һал ағыҙыу фестиваленә саҡыралар!
Башҡортостан халҡын «Ағиҙел – 2022» һал ағыҙыу фестиваленә саҡыралар!

 

Фестиваль ҡунаҡтары өсөн бай мәҙәни-күңел асыу программаһы әҙерләнә: параходтар парады, туристик-мәғлүмәт үҙәген асыу, йылға буйлап һалда йөҙөү һәм концерт. Пляжда туристик мунсалар эшләйәсәк, спорт уйындары үткәреләсәк.

«Ағиҙел» фестивален асыу тантанаһы төшкө сәғәт 11-ҙә башлана. Һалда йөҙөү сәғәт ун икегә планлаштырылған. Фестивалдә үҙең эшләгән кәмә, һал, катамаран йә башҡа ҡоролма менән ҡатнашырға мөмкин. Жюри ағзалары уларҙың үҙенсәлеген билдәләп, 10 номинацияла еңеүсене билдәләйәсәк. Фестивалгә белаярекафест.рф һылтанмаһы буйынса теркәлергә мөмкин. Телефон һандары: 89174184295.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас