Ҡатынын яңылыш мунсала яндырған

Бөрө районында аяныслы хәл булған.

Ҡатынын яңылыш мунсала яндырғанҠатынын яңылыш мунсала яндырған
Ҡатынын яңылыш мунсала яндырған

Фажиғә былтыр Бөрө районында була. Бында йәшәгән 74 йәшлек ир үҙенең иҫерек улы менән ыҙғыша. Уны нисек аҡылға ултыртырға белмәй, йортон көлгә ҡалдырыу менән ҡурҡытмаҡсы була. Улы өйҙән сыҡҡас, ғәрип хәләл ефетен мунсаға алып бара һәм өйҙө үртәүгә ишара яһап, ишек төбөнә гәзит киҫәген яндырып ырғыта. Үҙе лә йорттан ситкә китә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут һанаулы минуттар эсендә йортто ялмап ала, хатта ялҡын телдәре өй эргәһендәге мунсаға барып етә. Фажиғәлә хужабикәнең ғүмере өҙөлә. Күрше йортҡа ла зыян килә.

Ошо көндәрҙә суд ултырышы үткән. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Судта яуаплылыҡты еңеләйтеүсе шарттар иҫәпкә алынған: ғәйепте таныу, тикшереү үткәреүгә булышлыҡ итеү, зыян күреүселәргә компенсация түләү, ғәйепләнеүсенең йәше һәм сәләмәтлеге, «БР мәғарифын үҫтергән өсөн», «Мәғариф отличнигы», «Йәмғиәттә әүҙем эше өсөн» миҙалдары һәм наградалары.

Судта ҡарттың иркен бер йылға сикләйҙәр. Әлегә ҡарар үҙ көсөнә инмәгән.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас