

Артабан "капитан", енәйәт эше ҡуҙғатылмаһын өсөн, әбейҙе төрлө ғаризалар, үтенестәр яҙырға мәжбүр иткән. Шунан бөтә булған аҡсаны таҫтамалға, япмаға урап, курьерға бирергә ҡушҡан. Әбей 60 мең һум аҡсаһын билдәһеҙ кешегә тоттороп сығарған. Ысын ейәне шылтыратҡас ҡына алданыуын белгән.
85 йәшлек ҡатын да муттарға 56 мең һум аҡсаһын биргән. Әйткәндәй, курьер уның өйөнә лә инмәгән, аҡсаны тәҙрә аша ғына алған.
Ә 80 йәшлек әбейгә ир менән ҡатын шылтыратып, ейәнсәренең аварияға эләгеүе тураһында хәбәр иткән дә, бер миллион һум аҡса таптырған. Әммә уяу пенсионер уларҙың һүҙенә ышанмай, кеҫә телефоны аша ейәнсәренә шылтыратырға башы еткән. "Мин эштә, хәлем яҡшы", - тигәнде ишеткәс, стационар телефон трубкаһын һалып, полицияға ашыҡҡан.
Аферистар бар көстәренә телефон трубкаһын ташлаттырмаҫҡа, һөйләшеүҙе өҙмәҫкә мәжбүр итергә тырыша, башты бутай. Ғариза, үтенестәр яҙҙырып, туғандары булып һөйләшеп, ышандырырлыҡ итеп ҡыланып, төрлө дәрәжәләрҙе, исемдәрҙе уйлап таба. Шуға ла кешеләр алдана, уларға ышана. Һеҙ уларҙың ҡорбандары исемлегенә эләгә күрмәгеҙ, яҡындарығыҙҙы ла иҫкәртегеҙ - уяу булһындар! Әгәр аферистар ҡармағына эләкһәгеҙ, 02 (102) номеры буйынса шылтыратырға йәки яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.