ЦУР ярҙамға ашыға

Көнүҙәк мәсьәләләр Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системаларына эләгә.

ЦУР ярҙамға ашығаЦУР ярҙамға ашыға
ЦУР ярҙамға ашыға

Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә нимә хаҡында яҙалар? Башҡортостан республикаһы менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуына тура бәйләнештә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Кисә мәктәптәптәрҙә сығарылыш уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау байрамы үтте. Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары етәкселәре Фәнис Әминев менән Рөстәм Шәрипов мәктәп тамамлаусыларҙы башҡорт телендә ҡотланы.

Ә саҡ ҡына алдараҡ, 15 майҙа, Бөрйән районы башлығы Ғәзиз Манапов район халҡын туған телендә Ғаилә көнө менән ҡотлағайны. Яҙылыусылары уның үҙен, ҙур ғаилә башлығы, алты бала атаһы булараҡ тәбрикләне.

Республика менән идара итеү үҙәгенең социологтары 2021 йылдың ноябрендә һорау алыу үткәргәйне. Һорау алынған кешеләрҙең 59 проценты социаль селтәрҙәрҙе яңылыҡ сығанағы тип һанай. Икенсе урында - эҙләү системалары, уларҙы һорау алынғандарҙың 54 проценты ҡуллана. 75 процент кеше йышыраҡ “ Бәйләнештә” социаль селтәрен ҡуллана икән. Шуға күрә, халыҡ ҡулланған социаль селтәрҙә булыу һәм интернет мөмкинлектәрен кәрәкле йүнәлештә файҙаланыу мөһим.

Башҡорт телендә ниндәй төркөмдәр булыуы, ҡайһыларының популярлыҡ яулауы хаҡында ентеклерәк - видеояҙмала.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас