Тәүлек эсендә муттар 10 кешене алдаған

Дәүләкән районында йәшәгән 41 йәшлек ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, инвестиция компанияһына инергә тәҡдим иткән. Йәнәһе лә, брокер иҫәбен асҡанда, һуңынан "рәхәтләнеп, ҡырын ятып ҡына, аҡса һуғырға мөмкин". Ҡатындың ҡыҙыҡһыныуын тойғас, мут бәндә иҫәптәр буйынса операциялар башҡарылған сайтҡа һылтанма ебәргән. Ҡатын шуның буйынса инеп, "үҙенең иҫәбенә" 1,5 миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаны күсергән. Ҡырын ятып, табыштың йылға булып ағыуын көткән. Тик миллион һумдар ағыу түгел, хатта бер һуҡыр тин дә кире таммаған шул. Сөнки аҡсаһын билдәһеҙ кешеләрҙең иҫәбенә күсергәне асыҡланған.

Тәүлек эсендә муттар 10 кешене алдағанТәүлек эсендә муттар 10 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 10 кешене алдаған

Өфөлә йәшәгән 51 йәшлек ир ҙә шундайыраҡ ҡармаҡҡа ҡапҡан. Уға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, картағыҙҙан аҡса урларға маташалар, быға юл ҡуймаҫ өсөн минең инструкцияны үтәгеҙ, тигән. Ир муттың тауышынан арбалған, ахыры. Сөнки күрәләтә 1 миллион һум аҡсаһын уның иҫәбенә һалған.

Муттар алһыҙ-ялһыҙ аҡса һуға ғына, арыу-талыуҙы ла белмәйҙәр. Һаҡ булығыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас