

Ил етәксеһе менән аралашҡандар араһында Башҡортостан егете лә булған. Ул Амур өлкәһенең Алыҫ Көнсығыш дөйөм ғәскәр команда училищеһында уҡыған.
РФ Президенты хәрбиҙәргә : "Десантсылар үҙ бурысын бик яҡшы атҡара, әммә пехотаһыҙ мөмкин түгел. Бар уңыштарҙы ла тик пехота нығытып ҡуя. Һеҙгә ҙур рәхмәт!", - тигән һәм тиҙерәк һауығып, аяҡҡа баҫыуҙарын теләгән.
«Ил башлығы яралылар дауаланған урындарҙа тейешле шарттар булыуҙы талап итә һәм контролдә тота», – тип беледергән уның матбуғат секеретары Дмитрий Песков.