Бөтә яңылыҡтар

Янғантау мәктәбенән III премияға лайыҡ булыусыны ҡотланыҡ

Бөгөн республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау тантаналары үтте. Был көндө Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү изге йолаға әйләнде. Беҙ Салауат районы Янғантау мәктәбендә 9 синыфта уҡыусы Алина Ғайсинаны тәбрикләнек. Ул III премия лауреатына лайыҡ булғайны.  

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Ишморат ҡыҙы Ишбулдина әйтеүенсә, ҡыҙ "бишле" билдәләренә генә өлгәшә. Йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем, бәләкәйҙән спорт менән дә бик дуҫ. Еңел атлетика, баскетбол, волейбол, лапта секцияларында шөғөлләнеп,район, зона, республика ярыштарында алдынғы урындар яулай. "Халҡым киләсәге" номинацияһында еңеүсе Лияна Сиражеваны ла ҡотланыҡ. Уны ла уҡытыусылар маҡтап телгә алды.

Ә Янғантау мәктәбендә барлығы 491 бала белем ала. Бында ете ауылдан балалар йөрөп уҡый. Уларҙы мәктәп автобусы йөрөтә.

— Быйыл ун беренсе синыфты 14 уҡыусы тамамлай. Шуларҙың дүртәүһе миҙалға дәғүә итә. Ә туғыҙынсы синыфта - барлығы 37 бала. Шуларҙың етәүһе айырым өлгөләге аттестат аласаҡ, — ти мәктәп директоры Фирҙәт Факил улы Ғимранов. Сығарылыш синыф уҡыусыларына имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйек.

Юлай Кәримов фотолары.

Янғантау мәктәбенән III премияға лайыҡ булыусыны ҡотланыҡ
Янғантау мәктәбенән III премияға лайыҡ булыусыны ҡотланыҡ
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: