Бөтә яңылыҡтар

Ямғыр һыуын йыяһығыҙмы?

Ауылда таныш күренеш: ҡыйыҡтан ямғыр һыуы аҡҡан тапҡырға ултыртылған күнәк-биҙрәләр йәки йыйыу өсөн махсус һуҙылған торбалар.

Ямғыр һыуын йыяһығыҙмы?
Ямғыр һыуын йыяһығыҙмы?

Кеше ямғыр һыуын да әрәм итмәҫкә өйрәнгән. Йә йыуыныуға тотона йә гөлгә-сәскәләргә, баҡсалағы башҡа үҫемлеккә ҡоя.

Тик бөгөн бәғзе бер “белгестәр” беҙҙе йомшаҡ ямғыр һыуынан да биҙҙермәксе. Ни өсөн тигәндә, ул ямғыр болотоноң ҡайҙан, ниндәй һыуҙар алып килеүен бер кем дә белмәй, имеш.

Ҡалаларҙа, аңлашыла – ямғыр һыуы таҙа түгел. Йыш ҡына кислота ямғырына ла эләгеп ҡуябыҙ.

Ә экологик яҡтан таҙа ауылдарҙа нисек? Әлеге лә баяғы ямғыр болотоноң ҡайҙан килеүенә бәйле икән.

Шулай, 100 йыл элек нимә файҙалы булған, бөгөн зыянлы булыуы ихтимал.

Бөгөн күп ауылда һыу өйгә үткәрелгән, крандан ғына аға йә урамдарҙа колонкалар тора. Йәғни һыуға мохтажлыҡ юҡ. Барыбер ямғыр һыуын йыйыусылар бар. Уны йыуыныуға тотонмағыҙ, баҡсаға ҡойһағыҙ, ярай, ти әлеге белгестәр.

Ә һеҙҙең яҡтарҙа ямғыр һыуын йыйыусылар бармы?

Ямғыр һыуын йыяһығыҙмы?
Ямғыр һыуын йыяһығыҙмы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: