Бөтә яңылыҡтар

Тәжрибә уртаҡлашабыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәсәй Федерацияһында төбәктәрҙең граждандарға социаль ярҙам өлкәһендәге бурыстарына арналған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыуын дауам итеүе хаҡында яҙҙы. 

Тәжрибә уртаҡлашабыҙ
Тәжрибә уртаҡлашабыҙ

 Семинар Мәскәүҙә, 25 майҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин рәйеслегендәге Дәүләт советы президиумы ултырышы алдынан үткәрелә. Унда сарала ҡатнашыусылар әҙерләгән тәҡдимдәрҙе тикшереү ҡарала.

Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Максим Орешкин һүҙҙәренсә, президиум ултырышында социаль түләүҙәрҙе индексациялау тураһында ҡарар ҡабул итеү көтөлә.

Республиканың социаль сәйәсәт өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләре Дәүләт Советы ултырышының йомғаҡлау докладына инде. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ғаиләләр 20-нән ашыу төр пособие һәм социаль ярҙам сараһы ала, шул иҫәптән федераль ҡаҙна иҫәбенә. Улар иҫәбендә –  мәктәпкәсә белем биреү сертификаттары, һалым льготалары, торлаҡ йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: