Бөтә яңылыҡтар

Шығай мәктәбенән Рәсим Юнысов та премияһын алып ҡыуанды

Белорет районы Шығай мәктәбенән IX синыф уҡыусыһы Рәсим Юнысов та байрам көндө аҡсалата премияһын һәм Шөһрәтнамәһен алып ҡыуанды. Ул Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсында III премияға лайыҡ булғайны. Уҡытыусыһы Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаева үҙен маҡтап бөтә алмай.

Шығай мәктәбенән Рәсим Юнысов та премияһын алып ҡыуанды
Шығай мәктәбенән Рәсим Юнысов та премияһын алып ҡыуанды

— Егет беренсе синыфтан тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Спорт менән бик дуҫ. Ярыштарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулай, — ти. Рәсим физика, география дәрестәрен яратыуын, тыуған яғы тарихы менән ҡыҙыҡһыныуын белдек. Маладис! Яңынан-яңы уңыштар яуларға яҙһын үҙенә!

 

Фото:Т. Аманов.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: