Бөтә яңылыҡтар

Сериалда төшкөгөҙ киләме?

Белоретта төшөрөләсәк фильмда төшөү өсөн  күмәк сәхнәләрҙә  18-55 йәшлек актерҙар кәрәк. Ҡатнашҡан өсөн аҡса түләнә.

Сериалда төшкөгөҙ киләме?
Сериалда төшкөгөҙ киләме?

Белорет районында 4 июндән 30 июнгә тиклем  «Россия 1» телеканалы заказы буйынса детектив- драма жанрында  «Бәхет тау артында түгел» сериалы төшөрөлә.

Белорет районы хакимиәте Андрей Иванюта  «Урал кинопаркы» киностудияһы продюсеры Тимур Абдуллин, киностудияның производство директоры Зилә Закирйәнова, «Студия 4» кинокомпанияһының (Мәскәү) генераль продюсеры Мария Перекатова менән осрашып, фильмды төшөрөүҙе ойоштороуҙа ярҙам һораған.

   Сюжет буйынса Крупновтар ғаиләһенең «Бейеклек» туристик базаһында ҡаяға үрмәләү буйынса ҙур ярышы уҙғарыла. Спорт форумы ғаиләнең финанс проблемаларын хәл итергә тейеш була. Әммә Крупновтарҙың оҙаҡ йылдар һаҡлаған ғаилә серенә асылыу һәм күп көс түгеп йыйылған бар нәмәгә юҡҡа сығыу хәүефе янай.

   Фильм тәбиғәт ҡосағында төшөрөлгәс, режиссер шуға ла ҡаяларға бай Белорет, Учалы райондарын һайлаған .

Кинокартинала  Александр Самойленко, Евгений Сидихин, Александр Голубев, Зоя Бербер, Алена Коломина, Анна Котова-Дерябина, Анна Якунина, Дарья Повереннова, Валентин Смирнитский, Мария Әхмәтйәнова, Игорь Огурцов, Роман Богданов кеүек билдәле актерҙар менән  Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Екатеринбургтан һәм илдең башҡа ҡалаларынан 70-тән ашыу актер ҡатнаша.

Сериалда төшөү өсөн  күмәк сәхнәләрҙә  18-55 йәшлек актерҙар кәрәк. Ҡатнашҡан өсөн аҡса түләнә. Төрлө маркалы автомобилдәр ҙә талап ителә. Фото һәм үҙең хаҡында мәғлүмәт менән анкетаны (исем-шәриф, параметрҙар, социаль селтәрҙәр) — 8-996-100-27-24 номерына (WhatsApp), автомобилдәрҙең фотоһын 8-999-623-48-07 номерына ебәрергә мөмкин.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: