Бөтә яңылыҡтар

Өс ирҙең ни өсөн һәләк булыуы асыҡланды

Кисә Өфөлә төҙөлөш майҙансығында өс мәйет табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Өс ирҙең ни өсөн һәләк булыуы асыҡланды
Өс ирҙең ни өсөн һәләк булыуы асыҡланды

Кисә кискә ҡарай социаль селтәрҙәрҙә ҡот осҡос хәбәр таралды — Өфөлә бер төҙөлөш биләмәһендәге коллекторҙа өс ирҙең үле кәүҙәһе табылды. Фажиғә урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ведомство вәкилдәре ебәрелде.

Бөгөн һәләк булған ике кешенең шәхесе асыҡланған, улар — Өфөлә йәшәгән 34 һәм 54 йәшлек ирҙәр. Өсөнсөһөнөң шәхесе әлегә билдәһеҙ. Асыҡланыуынса, ирҙәр коллекторға дренаж насосын ҡуйған ваҡытта газ менән ағыуланған. 

Ирҙәр коллекторҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн ялланған булған. Эш сифатһыҙ башҡарылған, тип уларҙы объектҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ебәргәндәр.

Һәләк булыусыларҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: