Бөтә яңылыҡтар

Нөгөш мәктәбендә Азалиә Шәйәхмәтова менән Рамаҙан Ғәббәсовты ҡотланыҡ

Мәләүез районының Нөгөш мәктәбендә үткән «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы тантанаһында Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының жюри рәйесе, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, профессор Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы Фәнил Тимерйән улы Күзбәков һәм Булаттың атаһы Әмир Солтангәрәев ҡатнашты. Улар II премияға лайыҡ булған Азалиә Шәйәхмәтова менән махсус приз алған Рамаҙан Ғәббәсовты тәбрикләне.

Нөгөш мәктәбендә Азалиә Шәйәхмәтова менән Рамаҙан Ғәббәсовты ҡотланыҡ
Нөгөш мәктәбендә Азалиә Шәйәхмәтова менән Рамаҙан Ғәббәсовты ҡотланыҡ

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Ғәббәсова әйтеүенсә, IX синыфта уҡыусы ҡыҙ тик "бишле" билдәләренә генә өлгәшә. Беренсе синыфтан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән сараларҙа бик әүҙем ҡатнаша. Ғилми- ғәмәли конференцияла, ижади конкурста призлы урындар яулай. Былтыр башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк- ара олимпиадала призёр булған. Быйыл иһә "Йәш хәбәрсе" республика конкурсында икенсе урын алып һөйөнгән. Үҙе шиғырҙар ижад итә, ижад емештәре район, республика гәзиттәрендә баҫылып тора. Етмәһә, район хакимиәте стипендиаты ла. Динис Бүләков исемендәге премия ла алған. Афарин!

Азалиә менән Рамаҙанды ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!  Яңы уңыштар яулауҙарын теләйбеҙ!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: