Бөтә яңылыҡтар

"Мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙө"

БР Хөкүмәте Премьер - министры Андрей Назаров Өфөнөң 5-се лицейында үткән Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында булып, сығарылыш синыфы уҡыусыларын тәбрикләне.

"Мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙө"
"Мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙө"

«Бөгөн Өфөнөң 5-се лицейында үткән Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында байрам кәйефен тойҙом. Үҙемдең мәктәп йылдарымды, тәүге уҡытыусымды иҫләнем. Бөгөнгө көндәге сығарылыш уҡыусылары кеүек ололарҙың биргән нәсихәттәрен тыңлап, һуңғы тантаналы линейкала торғанымды хәтерләйем.  Бөтә ғүмерең буйына һағынып иҫләрлек сағыу бер мәл был.

   Быйыл Һуңғы ҡыңғырау Башҡортостандың 17 мең сығарылыш синыф уҡыусыһы өсөн яңғыраны.

Һәр кемгә ҡыйыулыҡ, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, үҙаллы тормошта һәләттәрегеҙҙе әүҙем күрһәтеүегеҙҙе теләйем. Бәхетле булығыҙ!», – тип яҙған социаль селтәрҙә БР Хөкүмәте Премьер - министры Андрей Назаров.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: