Бөтә яңылыҡтар

Канализация коллекторында өс ирҙең мәйете табылған

Фажиғә Өфөлә төҙөлә башлаған күп ҡатлы йорттарҙың береһе янында була.

Канализация коллекторында өс ирҙең мәйете табылған
Канализация коллекторында өс ирҙең мәйете табылған

Билдәле булыуынса, 24 майҙа, Өфөнөң Заһит урамында өс ирҙең мәйете табыла. Әлегә уларҙың шәхестәре асыҡлана. “Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлтереү” статьяһына ярашлы енәйәт эше асылған.

Әле тәфтишселәр ваҡиға урынын тикшерә, шаһиттарҙан һорау ала. Шулай уҡ төҙөлә башлаған йортта хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеше лә тикшереләсәк. Сөнки үлгән ирҙәрҙең төҙөлөш эшселәре булыуы ла мөмкин.  

Енәйәт эшен тикшереүҙе БР Тәфтиш комитетының етәкселеге күҙәтеүгә алған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: