+22 °С
Ямғыр


«Бөгөн Башҡортостандың 1295 мәктәбендә Һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Быйыл 16 798 уҡыусы мәктәпте тамамлай.
11-се синыфтарҙы, уларҙың ата-әсәләрен, уҡытыусыларҙы ҡотлайым. Балаларға тыныс күңел, ышаныслы итеп сығарылыш имтихандарын тапшырыуҙарын теләйем. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!», – тип яҙған социаль селтәрҙә БР Башлығы Радий Хәбиров.