Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуар менән бер көн

Өфөнөң М. Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһында алдынғы эшҡыуарҙар менән осрашыу ойошторолдо. 

Эшҡыуар менән бер көн
Эшҡыуар менән бер көн

«Росмолодежь.Бизнес» Эшҡыуарлыҡ көнө айҡанлы «Эшҡыуар менән бер көн» тигән проект башлап ебәрҙе. Кисә бөтә илдә уңышлы эшҡыуарҙар мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр үткәрҙе.

Республиканың Йәш эшҡыуарҙар клубы ағзалары М. Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осрашты. Балалар алдында Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты белгестәре Элвир Нафиҡов һәм Гөлназ Исламова сығыш яһаны.  

– Асыҡ дәрес балаларға бизнес нигеҙҙәре һәм алымдары менән танышырға ярҙам итә. Беҙҙең комитет «Йәшлек. Бизнес» тип исемләнгән проект булдырҙы. Башҡортостандың йәш эшҡыуарҙары өсөн төрлө сара ҡаралған. Мәктәп уҡыусылары менән осрашыу ошо проект буйынса ойошторола, – тип белдерҙе Йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Яна Гайдук.

Сығыш яһаусылар уҡыусыларға әҙер бизнес-кейстар тәҡдим итте һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

«Эшҡыуар менән бер көн» акцияһы илдең 37 төбәгендә үткәрелә. Уның төп маҡсаты: уңышлы эшҡыуарҙар өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләү һәм бизнес серҙәре төшөндөрөү.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: