Бөтә яңылыҡтар

“Донъяға ҡыҙыбыҙ ауаз һалды”

Салауат Фәтхетдиновтың ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға.

Салауат Фәтхетдиновтың ғаиләһе тулыланған – бер туған ағаһының улы Айҙар Фәтхетдинов атай булған. Был хаҡта йәш атай социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан.

- Бөгөн минең иң ҡыуаныслы, иң шатлыҡлы көндәремдең береһе, дуҫтар. Ошо бәхетле көнөм менән һеҙҙең менән дә уртаҡлашам. Бөгөн минең ҡыҙым тыуҙы. Һүҙ менән генә әйтеп аңлатып бөтөп булмай. Атай-әсәйле булып үҫһен сабыйыбыҙ! – тип яҙған бәхетле атай.

Шулай итеп, Салауат Фәтхетдиновтың ғаиләһе ишәйгән, уларҙың нәҫеленә тағы ла бер бәләкәй ҡыҙсыҡ өҫтәлгән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: