Бөтә яңылыҡтар

"Беренселәр икәнегеҙҙе онотмағыҙ!"

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

"Беренселәр икәнегеҙҙе онотмағыҙ!"
"Беренселәр икәнегеҙҙе онотмағыҙ!"

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында үткән Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. Бөгөн бында 147 ун беренсе һәм 120 туғыҙынсы класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Азат Бадранов сығарылыш класс уҡыусыларын ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

– Тормошоғоҙҙоң яңы битен асҡанда тыуған гимназияғыҙҙы онотмағыҙ, һеҙгә күңелен биргән уҡытыусыларығыҙ, остаздарығыҙ менән бәйләнештәрҙе өҙмәгеҙ. Уларҙың ярҙамы менән һеҙ белем алып ҡына ҡалманығыҙ, дуҫлыҡҡа, кеше менән аралашырға, ауырлыҡтарҙы йырып сығырға һәм еңеүҙәр яуларға өйрәндегеҙ. Беренселәр икәнегеҙҙе бер ваҡытта ла онотмағыҙ! – тине Азат Бадранов.

Вице-премьер шулай уҡ интернат коллективына рәхмәт әйтте.

– Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәләре – олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа еңеүҙәр, дәүләт имтихандарында юғары балдар, “ТОП-200 мәктәп” рейтингына инеү. Һеҙгә юғары һөнәри оҫталығығыҙ, изгелегегеҙ һәм тәрән аҡылығыҙ өсөн рәхмәт!

Сарала коллектив һәм сығарылыш класс уҡыусылары байрам тамашаһы менән сығыш яһаны. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: