Башҡортостанда һуттар етештереләсәк!

Һут заводы Үзбәкстан ярҙамында төҙөләсәк.

Башҡортостанда һуттар етештереләсәк!Башҡортостанда һуттар етештереләсәк!
Башҡортостанда һуттар етештереләсәк!

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Үзбәкстан менән берлектә тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һөйләне.

— Йылытма хужалығы, оҙайлы туңдырыу, сублимациялау — былар барыһы ла беҙҙең өсөн үҫешкә этәргән яңылыҡ. Беҙҙә һут етештереү буйынса завод асыласаҡ. Быны Үзбәк хеҙмәттәштәребеҙ тәҡдим итте. Әле беҙ проектын, урынлашасаҡ урынын әҙерләйбеҙ, — тип белдерҙе Рөстәм Моратов.

Үзбәкстан вәкилдәре шулай уҡ картуф үҫтереү һәм эшкәртеү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынған. 

—  Чипсы етештергән үзбәк компанияһы менән килешеүҙәр алып барабыҙ. Шулай уҡ улар менән берлектә шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү һәм эшкәртеү күләмдәрен арттырырға иҫәп тотабыҙ, —  ти министр.

Бынан тыш, Башҡортостан һәм Үзбәкстан мамыҡ етештереүҙе яйға һалмаҡсы. Республика был илде туҡыма етештереү ҡорамалдары менән тәьмин итә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас