Бөтә яңылыҡтар

Балаларға социаль түләүҙәр арттырыла

Радий Хәбиров балалы ғаиләләргә ярҙам итеү һорауҙарына арналған семинар-кәңәшмәл ҡатнашты.

Балаларға социаль түләүҙәр арттырыла
Балаларға социаль түләүҙәр арттырыла

Семинар Мәскәүҙә Дәүләт советы президиумының ултырышы алдынан үткәрелде. Кәңәшмәлә социаль сәйәсәт өлкәһендәге иң яҡшы тәжрибәләр ҡаралды. Башҡортостанда ғаиләләр өсөн йәмғеһе егерме төр пособие һәм ярҙам сараһы булдырылған. Улар иҫәбендә һалым льготалары, мәктәпкәсә белем биреүгә, газ үткәреүгә сертификаттар һ.б.  

Бөгөн дәүләт ярҙамына өс йәштән алып ете йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр дәғүә итә. Быйыл 1 апрелдән бындай пособие Владимир Путиндың тәҡдиме менән 8-17 йәшлек балаларға ла түләнә башланы. Майға ҡарата республика ғаиләләре дөйөм 5 миллиард һумға яҡын күләмдә ярҙам алған.

Шулай уҡ республикала күп балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бүденә, уларҙың һаны – 46,3 меңдән ашыу. Һигеҙ һәм унан күберәк балалары булғандар өсөн 622,8 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған пособие булдырылған. 2021 йылда бындай ярҙам 52 ғаиләгә түләнһә, быйыл тәүге өс айҙа уны 13 ғаилә алған. 

Республика Хөкүмәте быйыл ғаиләләргә өҫтәлмә ярҙам сараларына 136,8 миллион һум аҡса йүнәлткән. Тағы ла 14,6 миллион һум аҡса Ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды тарафынан бүленгән. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: