Бөтә яңылыҡтар

Ҡанлы шишәмбе

АҠШ-та бөгөн матәм иғлан ителгән... Кисә Техас штатындағы Ювальд ҡалаһында өлкән синыф уҡыусыһы 18 йәшлек Сальвадор Рамос мәктәпкә килеп, ут асҡан. 18 бала, өс өлкән кеше һәләк булған (ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтарында 19 бала, ике өлкән кеше, береһе - уҡытыусы, тиелә), 13 уҡыусы яраланған. Пистолет, винтовка менән ҡоралланған, бронежилет кейгән Рамосты полиция хеҙмәткәрҙәре атып үлтергән.  Тулыраҡ сайтта.

Ҡанлы шишәмбе
Ҡанлы шишәмбе

Яраланған уҡыусы балалар дауаханаға оҙатылған. Атыш ваҡытында ике полиция хеҙмәткәре лә яраланған.

Рамос мәктәпкә юлланыр алдынан үҙ өләсәһен дә атып яралаған, тип белдерә штат губернаторы. 66 йәшлек ҡатын ауыр хәлдә дауаханала. Егеттең өс көн алдан социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡорал фотоһын ҡуйғаны, бер ҡыҙға пландары хаҡында яҙғаны ла билдәле. Әлеге ваҡытта уның аккаунты юйылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре уның ни өсөн бындай ҡурҡыныс аҙымға барғанын асыҡлай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был АҠШ-та ун көн эсендә кешене күпләп үлтереүҙең икенсе осрағы. 14 майҙа Буффало ҡалаһында (Нью-Йорк штаты) 18 йәшлек Пейтон Джендрон супермаркетта 10 кешене үлтерҙе, өс кешене яраланы. 13 кешенең 11-е - ҡара тәнле (Джендрон аҡ тәнле һатып алыусыға теймәй).

2012 йылдың декабрендә лә тиҫтәләрсә ғаиләгә ҡайғы ябырылғайны: Сэнди-Хук ҡасабаһында (Коннектикут штаты) 20 йәшлек Адам Питер Лэнза тәүҙә әсәһен атып үлтерә, һуңынан мәктәпкә барып, 6-7 йәшлек 20 баланың, алты өлкән кешенең ғүмерен өҙә, ике кешене яралай һәм үҙ-үҙен үлтерә.

Беҙҙең илде лә быйыл шундай фажиғә тетрәндерҙе: Ульяновск өлкәһенең Вешкайма ҡасабаһында 26 йәшлек Руслан Әхтәмов балалар баҡсаһында ике баланы, тәрбиәсене атып үлтерҙе (ул да үҙенә ҡул һалып, яуаплылыҡтан ҡасты).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Ҡанлы шишәмбе
Ҡанлы шишәмбе
Ҡанлы шишәмбе
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: