

“Демография” милли проектын ғәмәлгә ашырыуҙың бер сараһы булараҡ, ярыш үҫмер балаларҙы йыйҙы. Унда 2005 – 2008 йылғылар ҡатнашты.
Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ирина Елисова сираттағы тапҡыр уңыштары менән һөйөндөрҙө, тип хәбәр итәләр Дүртөйлөнән. Ирина 1500 метр арауыҡҡа йүгереүҙә – беренсе, 800 метрға икенсе булған. Һуңғыһында хатта шәхси рекорд ҡуйған, тик дәғүәсеһенән 1,5 секундҡа ғына ҡалышҡан.
Афарин, Ирина, тип һөйөнә яҡташтары.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәтенән.