Яңы проект йөрәк сирлеләргә ярҙам итә

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хроник йөрәк сирлеләрҙе дистанцион диспансер күҙәтеү буйынса пилот проекты  тормошҡа ашырыла башланы.  

Яңы проект йөрәк сирлеләргә ярҙам итәЯңы проект йөрәк сирлеләргә ярҙам итә
Яңы проект йөрәк сирлеләргә ярҙам итә

  

Проект сиктәрендә медицина ҡорамалдары (тонометр, пульсоксиметр, кардиограмма төшөрөү өсөн кардиофлэшка һәм үлсәү)  ярҙамында пациенттарҙы динамикалы күҙәтеү ойошторола. Был иһә пациенттарҙың ғүмеренә хәүеф менән янаусы ауырыу билдәләрен асыҡлап, ваҡытында юғары технологиялы дауалауға йүнәлтергә ярҙам итәсәк.

Яңы проект өсөн медицина ҡоролмалары Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова, “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм “Добромир”  мәрхәмәтлелек фонды ярҙамында һатып алынған.    Ошо көндәрҙә уларҙы йөрәктәре  эшләп етмәгән ауырыуҙарға  тапшырҙылар.

 Тәүгеләрҙән булып яңы ҡорамалды Өфө ҡалаһының 5-се дауаханаһы алды. Бөтә проект Өфө ҡалаһының биш медицина учреждениеһында, шулай уҡ Нефтекама, Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаларында  тормошҡа ашырыла.

 Проектты тормошҡа ашырыу хроник йөрәк сирлеләрҙең тормошон яҡшыртырға һәм ғүмерен оҙайтырға ярҙам итәсәк.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас