

Конкурста шулай уҡ үҙенсәлекле аш-һыу рецебы, милли аш-һыу традицияларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән өсөн, тематик өҫтәлдең иң яҡшы презентацияһы, милли аш-һыуҙың төрлөлөгө, традицион аш-һыу әҙерләүҙә заманса технологиялар ҡулланған өсөн, ҡулланылған сеймалдың үҙенсәлекле булыуы өсөн аҡсалата приздар - бишәр мең һум тапшырыласаҡ.
Конкурсҡа башҡа милләттең бер йәки бер нисә милли аш-һыуы тәҡдим ителеүе мөмкин.
Конкурста ҡатнашыу өсөн http://башкирскаякухня.рф сайтында теркәлергә, конкурс положениеһы менән танышырға, милли ризыҡтың паспортын тултырырға кәрәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8-917-745-17-83 (Венера Нуриәхмәтова).
Фото: "Сибайский рабочий" сайтынан.