Күңелһеҙ статистика...

2022 йылдың 24 майына ҡарата республикала 4215 янғын сыҡҡан, уларҙа 93 кеше һәләк булған (шул иҫәптән ике бала), 113 кеше йәрәхәтләнгән.

Күңелһеҙ статистика...Күңелһеҙ статистика...
Күңелһеҙ статистика...

Янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында төрлө саралар үткәрелә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефһеҙлеге талаптарын тикшерә, янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж үткәрә, янғын сыҡҡанда ҡайҙа шылтыратырға, ни эшләргә кәрәклеген аңлатҡан махсус памяткалар тарата.

Хөрмәтле дуҫтар, ут менән һаҡ булығыҙ, тәмәке төпсөктәрен теләһә ҡайҙа ташламағыҙ, электр приборҙары, газ ҡорамалдары һәм мейес менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Күңелһеҙ статистика...
Күңелһеҙ статистика...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас