Форум кадрҙар хеҙмәткәрҙәрен тупланы

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау ойошмалары кадрҙар хеҙмәтенең тәүге форумы үтте.

Форум  кадрҙар  хеҙмәткәрҙәрен тупланыФорум  кадрҙар  хеҙмәткәрҙәрен тупланы
Форум кадрҙар хеҙмәткәрҙәрен тупланы

 

Башҡортостан Республикаһы  Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, был сараның һаулыҡ һаҡлау системаһының пациенттар күрмәгән хеҙмәткәрҙәренә арналыуын билдәләне.

“Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә!” – уҙған быуатта әйтелгән был һүҙҙәр бөгөн дә көнүҙәк. Кадрҙар менән эшләүсе белгестәр эш шарттарының уңайлылығын билдәләй, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен күҙәтә, профсоюздар ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итә, йәш белгестәргә  ярҙам күрһәтә һ.б. Ҡыҫҡаһы медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен ойоштороуҙа уларҙың өлөшө бик ҙур.

 Сара барышында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларын  кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы  менән хеҙмәттәшлек итеү аспекттары, һаулыҡ һаҡлау ойошмалары араһында социаль партнерлыҡ институттарын үҫтереү һ.б. һорауҙар ҡаралды.

  Бындай форматтағы сара республикала тәүге тапҡыр ойошторолдо һәм бер тынала үтте. Максим Забелин тантаналы шарттарҙа республиканың иң яҡшы кадрҙар менән эшләүсе белгестәренә дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас