

Бөгөн "Газ. Нефть. Технологиялар-2022" форумында телекүпер режимында яңы производствоға старт бирелде.
«Башнефть» идараһы булған Стәрлетамаҡта «РН-Кат» предприятиеһында гидрокрекинг катализаторы сығарыу буйынса («Роснефть»ҡа ҡарай) эш башланды.
Ул беҙҙең нефть эшкәртеү тармағының сит ил продукцияһына бәйлелеген бер нисә тапҡыр кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Илебеҙҙең барлыҡ нефть тармағын кәрәкле күләмдәр менән тәьмин итәсәк һәм Евро-5 класлы мотор яғыулығының юғары сифатлы төрҙәрен етештереүҙе арттырырға ярҙам итә.