Бөтә яңылыҡтар

"Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн мөһим"

 23 майҙа үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров юлдарҙаағы соҡорҙарҙы ямау һәм тамғалар һыҙыу  эшенә лә иғтибарҙы йүнәлтте.  

"Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн мөһим"
"Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн мөһим"

 «Мин ике аҙна буйы райондар буйлап йөрөнөм.  Юл билдәләрен һыҙа башланылар, әммә, күрәһең,  һауа торошо мәшәҡәтләй, әллә башҡа нәмәме?»  – тип һораны ул республиканың транспорт министры Александар Булушевтан.    Ыңғай яуап алғас, улайһа, ысынлап та, эштең сифатына зыян килмәһен өсөн, көндәрҙең яҡшырыуын көтөргә  кәрәклеген билдәләне.    

Башҡортостан Башлығы айырыуса Өфө ҡалаһындағы юлдарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн, тамғаларҙың булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

Транспорт һәм юл хужалығы министры хәбәр итеүенсә, 23 майға ҡарата республикала   19 119 км юл тикшерелгән, был асфальт түшәлгән юлдарҙың дөйөм оҙонлоғоноң 97 процентын тәшкил итә.   114 меңдән ашыу етешһеҙлек табылған, шуның 72300-ө  буйынса сара күрелгән.  

Соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса Радий Хәбиров эшләйһе эштәр булыуын билдәлене.

 «Был бик мөһим эш. Мин йөрөнөм…эшләйһе урындар бар әле. Кешеләр хаҡлы рәүештә беҙҙе тәнҡитләй һәм был хаҡта әйтә.   Был аҙнала һеҙгә мөмкинлек бирәм,  икенсе аҙнала күҙәтеү идаралығы анализ үткәреп, миңә хәбәр итә башлаясаҡ», – тине төбәк етәксеһе. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: