Бөтә яңылыҡтар

Сауҙа өлкәһендә Үзбәкстан менән 30 килешеү төҙөлгән

Уларҙың дөйөм суммаһы – 25 миллион долларҙан ашыу.

Сауҙа өлкәһендә Үзбәкстан менән 30 килешеү төҙөлгән
Сауҙа өлкәһендә Үзбәкстан менән 30 килешеү төҙөлгән

Беләһегеҙ, үткән аҙнала беҙҙең республиканың рәсми делегацияһы шаулап-гөрләп Үзбәкстанда эш сәфәрендә булып ҡайтты. Осрашыуҙар һөҙөмтәһе сауҙа буйынса ла уңышлы ғына.

БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, төҙөлгән килешеүҙәр араһында кондитер изделиелары, алкоголһеҙ эсемлектәр, көнкүреш химияһы, ағас һатыу һәм сәтләүек, кипкән емеш, туҡыма әйберҙәр һатып алыу тураһындағылар ҙа бар.

Беҙҙекеләр айырыуса Үзбәкстандың агросәнәғәт кластерҙарын үҫтереү тәжрибәһен өйрәнеүгә иғтибар бүлгән. Картуф үҫтереү һәм эшкәртеү буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһында Меморандум да төҙөлгән.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Сауҙа өлкәһендә Үзбәкстан менән 30 килешеү төҙөлгән
Сауҙа өлкәһендә Үзбәкстан менән 30 килешеү төҙөлгән
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: