Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров ковидтан йәнә вакцина эшләтә

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  башҡаларға өлгө күрһәтеп, яңы коронавирус инфекцияһынан ревакцинацияланырға ҡарар итте.  Был хаҡта ул бөгөнгө оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.  

Радий Хәбиров ковидтан йәнә вакцина эшләтә
Радий Хәбиров ковидтан йәнә вакцина эшләтә

  

«Хөрмәтле коллегалар,  муниципалитет башлыҡтары, халыҡты ревакциналау буйынса эш башлауығыҙ өсөн рәхмәт.   Шәхсән үҙем дә  ревакцинациялау үтеү тураһында ҡарар ҡабул иттем», – тине Радий Фәрит улы. 

БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин  әйтеүенсә, муниципалитеттарҙа халыҡты коронавирус инфекцияһынан ревакциналау буйынса әүҙем эш алып барыла. Бөгөнгө көндә 513 меңдән ашыу кеше  ревакциналанған.   31 авгусҡа тиклем  1,1 млн ашыу республика кешеһен прививкалау планлаштырыла.   

«Ревакциналауға дәүләт хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡушылды.  Һуңғы аҙнала БР Хөкүмәте Аппараты, төбәктең Финанс, Ер мөнәсәбәттәре Һәм  мөлкәт министрлығы хеҙмәткәрҙәре араһында ковидҡа ҡаршы ҡабатлап  вакцина эшләтеүселәр һаны күбәйҙе»,  – тине    Азат Рәхмәтуллин.

Вакциналауға килгәндә, әлеге мәлгә  Башҡортостан халҡының   101,2 проценты вакцинаның ике компонентын да эшләткән.  

Азат Салауат улы әйтеүенсә, бөтә муниципалитеттар ҙа 80 процент халыҡты прививкалауға йәлеп итеүгә өлгәшкән.  47 районда халыҡты  яңы коронавирус инфекцияһынан  вакциналау буйынса  100 процентҡа өлгәшелгән, 16 районда иһә ул 80 – 90 процент араһында   тирбәлә.

Фото:асыҡ сығанҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: