Бөтә яңылыҡтар

Контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн йәш сикләүе булмаясаҡ?!

РФ Дәүләт Думаһында “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереүҙе ҡарайҙар. 

Контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн йәш сикләүе булмаясаҡ?!
Контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн йәш сикләүе булмаясаҡ?!

Проект авторҙары – парламенттың Оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов һәм уның беренсе урынбаҫары Андрей Красов.

Әле ғәмәлдә булған законда хәрби хеҙмәт тураһында контракт килешеүен 18 – 40 йәшлек Рәсәй граждандары төҙөй ала (сит илдекеләр 18 – 30 йәштә). Әгәр законға үҙгәрештәр хупланһа, йәш сикләүе бөтөрөләсәк. Депутаттар аңлатыуынса, “юғары төҙлөктәге ҡорал, заманса хәрби техника менән эшләү өсөн юғары квалификациялы яҡшы белгестәр кәрәк. Ә тәжрибә күрһәтеүенсә, ундайҙар, ғәҙәттә, 40 – 45 йәшлек була”.

Шулай, ағайҙар, әрмелә булғанығыҙҙы иҫкә төшөрөп, контракт төҙөп, хәрби хеҙмәткә китер инегеҙме?

 

Контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн йәш сикләүе булмаясаҡ?!
Контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн йәш сикләүе булмаясаҡ?!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: