Бөтә яңылыҡтар

Кемдәр пенсияға өҫтәмә ала?

Ауыл хужалығында 30 йыл эш стажы булған, ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләмәгән пенсионерҙарҙың, страховка пенсияһына өҫтәп, билдәләнгән 25 процент күләмендәге түләүҙе алырға хоҡуғы бар.

Кемдәр пенсияға өҫтәмә ала?
Кемдәр пенсияға өҫтәмә ала?

"Ауыл" стажы өсөн пенсияға өҫтәмәне кем алырға хоҡуҡлы?

Ауыл хужалығында 30 йыл эш стажы булған, ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләмәгән пенсионерҙарҙың, страховка пенсияһына өҫтәп, билдәләнгән 25 процент күләмендәге түләүҙе алырға хоҡуғы бар.
Түләү тәғәйенләнгәндән һуң пенсионер ҡалаға йәки ҡала биләмәһе булып киткән ауылға күсһә лә, быйылғы йылдан алып пенсияға был өҫтәмә түләү һаҡлана.

Билдәләнгән түләү күләмен тәғәйенләүгә хоҡуҡ биргән вазифалар һәм специальностар исемлегенә 500-ҙән ашыу һөнәр инә: http://government.ru/docs/34953

Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй Федерацияһы (РСФСР) биләмәһендә 1992 йылдың 1 ғинуарына тиклем колхоздарҙа, машина-трактор станцияларында, колхоз-ара предприятиеларҙа, совхоздарҙа, крәҫтиән хужалыҡтарында, ауыл хужалығы артелдәрендә эшләгән йылдар, һөнәр атамаһының, специальностың һәм вазифаның ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, “ауыл” стажына индерелә.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в