Бөтә яңылыҡтар

Ир тереләй машинаһында янып үлгән

Хәҙер фажиғә сәбәптәрен асыҡлау үтә ҡыйын буласаҡ.

Ир тереләй машинаһында янып үлгән
Ир тереләй машинаһында янып үлгән

Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында машина янып китә. Фажиғә урынына шунда уҡ  ҡотҡарыусылар һәм “Тиҙ ярҙам” машинаһы, хоҡуҡ һаҡсылары оҙатыла.

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндергән мәлдә бер ирҙең кәүҙәһе табыла. Ус сығыу сәбәптәре асыҡлана, – тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы матбуғат хеҙмәте.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: