Бөтә яңылыҡтар

Эшҡыуарлыҡҡа шарттар булдырһаң...

Вагон-йорттар республиканан ситтә түгел, Нефтекама ҡалаһында эшләнә.  

Эшҡыуарлыҡҡа шарттар булдырһаң...
Эшҡыуарлыҡҡа шарттар булдырһаң...

«Махсус иҡтисади зоналарҙа эшҡыуарҙарға һәм инвесторҙарға шарттар булдырыу  яҡшы һөҙөмтә бирә.

 Нефтекама ҡалаһындағы мобиль биналар заводы – Фәхртдиновтарҙың ғаилә бизнесы. 2020 йылдан передприятие – ТОСЭР резиденты.

Бында алыҫ объекттарҙа ваҡытлыса йәшәү өсөн  «Торос» вагон-йорттар эшләйҙәр. Вагон мебель, ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

 Бында ятаҡ, ашхана, дизель- генератор,  оҫтаханалар, күсмә медпункттар урынлаштырырға мөмкин.

Предприятие даими камиллаша һәм үҫешә. Күптән түгел склад төҙөгәндәр. Был производство майҙандарын киңәйтергә, яңы эш урындары булдырырға, етештереү күләмен үҫтерергә мөмкинлек биргән. Һалым ташламалары эшҡыуарҙарға аҡсаларын янда ҡалдырырға ярҙам иткән. Хәҙер  улар яңы цех төҙөргә, производство етештереүсәнлеген өс мәртәбә арттырырға ниәтләй», – тип яҙған БР Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: