Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны артҡан

Дүрт айҙа өс тапҡырға күбәйгәндәр. Тимәк, һалым түләүселәр ҙә артҡан, тигән һүҙ.

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны артҡан
Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны артҡан

Беҙҙең республика ике йыл ярым элек “Һөнәри килемгә һалым” (“Налог на профессиональный доход”) махсус һалым тәртибен булдырыуҙа ҡатнашыусы 19 төбәк исемлегенә ингән. Ул проект уңышлы ғәмәлгә ашырыла. 2022 йылдың дүрт айында ҡаҙнаға үҙмәшғүлдәрҙән 85,1 миллион һум һалым йыйылған. Был – былтырғынан 2,2 тапҡырға юғары күрһәткес.

Әйткәндәй, һөнәри килемгә һалымды үҙенә эшләүсе йәки үҙ тауарын һатыусылар түләй. Уларҙың эшсеһе булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, тегенсе, бала ҡараусы, репетитор, сантехник, маникюр оҫтаһы, фатирын ҡуртымға биреүсе. Йәғни үҙмәшғүл булып рәсми теркәлеүселәр тәғәйен бер түбән ставкала һалым түләй.

Бөгөн Башҡортостанда ундайҙар һаны – 93 мең кеше. Йыл башынан тағы ла 15 мең үҙмәшғүл теркәлгән.

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны артҡан
Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны артҡан
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в