Бөтә яңылыҡтар

Балаларға түләүҙәр буйынса аңлатыу эштәрен көсәйтергә ҡушылды

Социаль яҡлау һәм хеҙмәтләндереү темаһы социаль  селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәрҙә  тәүге  урындарҙы биләй. 

Балаларға түләүҙәр буйынса аңлатыу эштәрен көсәйтергә ҡушылды
Балаларға түләүҙәр буйынса аңлатыу эштәрен көсәйтергә ҡушылды

  «16 майҙан 22 майға тиклем    «Инцидент-менеджмент»  системаһына ошо тема буйынса халыҡтан   996 һорау килгән. Нигеҙҙә улар балаларға пособие түләгә ҡағыла», – тип хәбәр итте бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы идаралығының социаль коммуникациялар буйынса начальнигы   Елена Прочаковская. 

«3 йәштән 7 йәшкә тиклемге 88,5 мең бала дөйөм алғанда  3,6 млрд һумлыҡ түләү алды. 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге яңы түәләүҙәргә килгәндә,  ул бөтәһе 63 мең балаға бирелде», – тине БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Радий Хәбиров халыҡ араһында апңлатыу эштәрен көсәйтергә ҡушты. «Был түләүҙәргә кемдәр дәғүә итә ала, ул ниндәй ваҡыт эсендә билдәләнә һ.б – ябай тел менән  аңлатырға кәрәк, – тине ул.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: